Мәңгелек. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Мәңгелек



Яр буйында баҫып торам,
Уйым уйға бәйләнә:
Ерҙең быуы нисә быуат
Әйләнә лә әйләнә…
Тилбер шишмә, талғын йылға,
Күлдәр, диңгеҙ, океан.
Ә күктәрҙә болот йөҙә -
Гүйә ап-аҡ таҡыя.
Ерҙән – күккә, күктән – ергә
Йән, йәм биреп аға һыу.
Мәңгелектән килгән һыу бит…
Күҙаллаһаң – яманһыу.
Тәү Атабыҙ, Тәү Инәбеҙ
Эскән һыуҙан яралған,
Ер йомғағын урап сығып
Бөгөнгө һыу таралған.
Ҡәҙимгенең, бөгөнгөнөң
Ҡушылған бергә һуты:
Кемдең тире, ҡаны, йәше…
Шул дымда – донъя ҡото.
Нисә дәүер, нисә милләт –
Һәммәһенән бар мая.
Тик һыу һаман йәп-йәш ҡала…
Бәндә генә ҡартая.
Яр буйында баҫып торам
Керпегемә йәш элеп –
Быйылғы боҙ булып, һыуҙан
Ағып килә мәңгелек.


2012